Мәғрифәтсе һәм яҙыусы иҫтәлегенә

әҙәби бит

29.05.2018 16:50:0016:05

А. Кондратьев исемендәге Дүртөйлө урта мәктәбендә Закир Һаҙыйҙың тормош юлына

һәм ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте

А. Кондратьев исемендәге Дүртөйлө урта мәктәбендә Закир Һаҙыйҙың тормош юлына һәм ижадына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте

Закир Һаҙыйулла улы Һаҙыев ХХ быуат башында әҙәбиәткә килеп, татар реалистик прозаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән талантлы ҡәләм оҫтаһы, бик яҡшы педагог.

Ул 1863 йылдың 15 мартында
Өфө губернаһы Бәләбәй өйә-ҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районы) Йә-
рәмкә ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә.

Башланғыс белемде атаһынан алған Закирҙы 12-13 йәштәрендә Тымытыҡ мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрәләр. Артабан Ҡасим ҡалаһынан алыҫ түгел Татар байы ауылында уҡытыусылар әҙерләү курстарын тамамлай һәм 1895 йылдан башлап ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем уҡытыусы булып эшләй, бер үк ваҡытта ижад эше менән дә шөғөлләнә. Уның “Бәхетле ҡыҙ”, “Официант”, “Хәйер-доға”, “Бәхетһеҙ ҡыҙ”, “Мәғсүм”, “Яңы әсхәбе кәһәф”, “Йыһанша хәҙрәт” исемле әҫәрҙәре донъя күрә.

Яҙыусының ижады мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған. Әҫәрҙәре мәҡәл һәм әйтемдәргә бай. Закир Һаҙый 1933 йылда 70 йәшендә Рязань өлкәһенә ҡараған Бимсала ауылында вафат була.

Беҙ Закир Һаҙый ижадын татар әҙәбиәте дәрестәрендә өйрәнәбеҙ, уҡыйбыҙ, тикшерәбеҙ.

Ғилми-ғәмәли конференцияла
9-сы класс уҡыусылары Закир Һаҙыйҙың тормош юлы һәм ижады буйынса эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаны.

Элина Ғабделхаҡова “Мәғрифәтсе һәм яҙыусы Закир Һаҙый тормошонан өйрәнелмәгән факттар” тигән тикшеренеү эшендә яҙыусының биографияһына ҡағылышлы фактик теүәлһеҙлектәрҙе асыҡлаған. Мәҫәлән, 9-сы класс өсөн “Әҙәбиәт” дәреслегендә яҙыусы тыуған урын Шаран районы Йәрмәкәй ауылы тип яҙылған. Элина яҙыусының тормош юлы һәм ижады буйынса өҫтәмә мәғлүмәттәр тапҡан. “Закир Һаҙый 1918 йылда Харьковтан Йәрәмкәгә ҡайтҡас, халыҡ уның ауылда балалар уҡытырға ҡалыуын үтенгән. Закир быға ҡаршы килмәгән һәм Бәләбәйгә барып мәсьәләне ыңғай хәл итеп ҡайткан”.

Шулай уҡ Татарстандан Закир Һаҙыйҙың ҡыҙҙары менән осрашҡан Мөхәмәт Ғәйнуллин иҫтәлектәренән яҙыусының бер йыл элек түгел, ә 1933 йылдың 17 апрелендә вафат булыуы билдәле булды.

Айһылыу Хәләпова “Н. М. Карамзиндың “Бедная Лиза” повесы һәм Закир Һаҙыйҙың “Бәхетһеҙ ҡыҙ” хикәйәһендә ҡатын-ҡыҙ иреге темаһы” тип аталған тикшеренеү эшендә ошо ике әҫәрҙе сағыштырып, XVII быуат аҙағында һәм XIX быуат башында ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхетен сикләгән сәбәптәрҙе асыҡлаған, героинялар йәшәгән шарттарҙың айырмалы һәм уртаҡ яҡтарын билдәләгән. Илнар Абдуллин “Закир Һаҙый хикәйәләрендә мәҡәлдәрҙең ҡулланылышы” тигән темаға сығыш яһаны. Розалина Фәрхетдинова Закир Һаҙыйҙың педагогик ҡараштары менән таныштырҙы.

Татар теле һәм әҙәбиәте уҡы-тыусыһы Рәзилә Фәттәхова уҡыусыларға Закир Һаҙыйҙың тормош юлы һәм ижадына арналған викторина һәм кроссворд әҙерләгән ине.

Эҙләнеү эштәрен дауам итергә кәрәк, тип уйлайым. Сөнки Закир Һаҙый – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ул – татар әҙәбиәте тарихында сағыу эҙ ҡалдырған яҡташ-яҙыусы, мәғрифәтсе, педагог. Закир Һаҙый исеме халҡыбыҙ тарихының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге менән мәңгегә бәйләнгән. Йәрәмкә ауылында ул йәшәгән урамға Закир Һаҙый исеме бирелде. “Һеҙ ҡайһы яҡтан?” – тигән һорауға ҙур ғорурлыҡ менән: “Беҙ Закир Һаҙый ауылынан”, – тип әйтә алабыҙ.

0
16


0
Оставить комментарий