Ниндәй тарих һаҡлай тыуған ерем

әҙәби бит

22.06.2018 11:27:0011:06

Граждандар һуғышы, революцияға бәйле ваҡиғалар ауылыбыҙҙы ситләтеп үтмәгән. Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы, Шакир хәлфә имәнлеге шуға дәлил.

Граждандар һуғышы, революцияға бәйле ваҡиғалар ауылыбыҙҙы ситләтеп үтмәгән. Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы, Шакир хәлфә имәнлеге шуға дәлил.

”Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы” риүәйәтен 1935 йылда Туҡтағол ауылында тыуып, 1954 йылда Бишҡурайға килен булып төшкән һәм ошонда ғүмер кисергән Ситдиҡова Мөнәүәрә инәй һөйләне: “1918 йылдың йәйендә, Өфөгә барышлай, 22 ҡыҙылгвардеец Бишкурайға арыған аттарын алыштырыу өсөн туҡтала. Кулактар яҡлы-лар хәйлә менән уларҙы тотҡарлайҙа тиҙ генә Ҡандралағы аҡ чехтар отрядына хәбәр итә, ә үҙҙәре тырышып ваҡыт һуҙа. Ылауҙар ҡуҙғалып, Бишҡурай күленә етеүгә, ҡыҙылдарҙы аҡ чехтар ҡыуып тота һәм, мылтыҡтарҙан залп биреп, ут аса. Көстәр тигеҙ булмай, ошо ерҙә уларҙы ҡамап алып атып үлтерәләр. Фәхрәй ҡараҡ ҡыҙылгвардеецтарҙы талай, кейемдәрен һалдырып ала. Аҡтар ҡорбандарын ҡалҡыу урындағы май-ҙанға ташлай. Ҡояш байығанда, халыҡ араһынан иң ҡыйыуҙары, ҡыҙыл гвардеецтарҙы Өйнәш йылғаһының уң яҡ ярына һай ғына соҡор ҡаҙып ерләп ҡуя, һуңынан ҡаҙып алып, мәктәп һалына башлаған ҡалҡыулыҡта хөрмәтләп ерләй. Ошо ҡалҡыулыҡты халыҡ хөрмәтләп Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы тип йөрөтә”.

Шакир хәлфә имәнлегенең риүәйә-тен 1932 йылғы Әнисә Сәхәбиева һөйләне: “Шакир хәлфә ярлы балаларын аң-белемгә өйрәтә. Дәресте бүлеп, ҡурҡыныс хәбәр килтерәләр: кулактарға эйәргән фетнәселәр беҙҙән 20 саҡрымдағы Аҙнағолға еткән, коммунистарҙың береһен дә ҡалдырмай ҡыра киләләр. Коммунист Шакир Йомағолов ат егеп Бүздәккә китә. Унда үҙенең көрәштәштәре менән йыйылышып фетнәселәрҙең яуын ҡайтармаҡсы була. Тик барып етә алмай. Ярмунса ауылын үтеп, Меңталға 2-3 саҡрым ҡала, һәнәк менән ҡоралланған фетнәселәр хәлфәне ҡыуып етә. Санаһынан һөйрәп төшөрөп, эс-ҡарындарын һәнәктәре менән аҡтарып сығаралар һәм танырлығы ҡалмаған ҡорбандарын юл буйындағы имән төбөнә ҡарға күмеп, юлдарын дауам итәләр. Был ерҙе халыҡ “Шакир хәлфә имәнлеге” тип йөрөтә башлай”.

“Шакир хәлфә имәнлеге” риүәйәтен дә, уның тураһында мәғлүмәттәрҙе лә 1977 йылда “Ленин юлы” гәзитендә баҫылып сыҡҡан К. Латиповтың «Ватан ҡаһармандары” мәҡәләһенән таптым: “Шакир Насибулла улы Йомағолов (1892-1919) “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белем ала һәм Бишҡурайҙа 1914-1919 йылдарҙа ярлы балаларын яңыса, төрлө фәндәрҙән уҡыта. Бер көндө дәрес барғанда ишек шаҡыйҙар. Ҡайныһы Ғабдулла Ғәфиәтуллин кулактарға эйәргән фетнәселәрҙең Аҙнағолға етеүҙәрен әйтә һәм кейәүенең тиҙерәк йәшеренеүен үтенә. 1919 йылдан партия ағзаһы коммунист Шакир Йомағолов ат егеп Бүздәккә китә. Унда үҙенең көрәштәштәре менән йыйылышып фетнәселәрҙең яуын ҡайтармаҡсы була. Тик барып етә алмай. Ярмунса ауылын үтеп, Меңталға 2-3 саҡрым ҡала, һәнәк менән ҡоралланған фетнәселәр хәлфәне ҡыуып етә. Санаһынан һөйрәп төшөрөп, сисендереп ҡарға баҫтыралар һәм тәүбәгә килеүен талап итәләр. Шакир хәлфә талаптарын үтәмәгәс, береһе суҡмар менән уның башына һуға, Хәниф кулак винтовканан ата. Һушһыҙ булып ергә ауған хәлфәне эс-ҡарындарын һәнәктәре менән аҡтарып сығаралар һәм танырлығы ҡалмаған ҡорбандарын юл буйындағы имән төбөнә ҡарға күмеп, юлдарын дауам итәләр. Был имәнде халыҡ “Шакир хәлфә имәне” тип йөрөтә башлай. Фетнәселәрҙе тар-мар иткәндән һуң ҡыҙылгвардеецтар Шакир Йомағоловтоң кәүҙәһен Тау арты урамындағы зиратҡа ерләйҙәр”.

1886 йылда тыуған Әғзәм Ҡор-машевтан Муса Хәкимов 1977 йылда яҙып алған мәғлүмәттәрҙе музейҙа һаҡланған “Ауылым ҡаһарманы” альбомынан уҡыным: “... Халыҡ хөрмәтле уҡытыусыһының аяныслы үлемен бик ауыр кисерә, уның иҫтәлегенә бәйеттәр ижад итә. Ғилфан бабай сығарған “Шакир хәлфә” бәйетен ул ваҡытта күптәр яттан белгән.

Бына бит ниндәй тарих һаҡлай тыу-ған ерем! Беҙ ошо риүәйәттәрҙе өйрә-неп кенә ҡалманыҡ, “Башҡортостан ынйылары” бәйгеһендә ҡатнашып, бөтә республикаға күрһәттек.

0
24


0
Оставить комментарий