Әсәйҙе ҡәҙерлә!

Для души

29.05.2018 16:45:0016:05

Наш корреспондент

“Йәннәт, – тигән Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм, – әсәләрҙең аяҡ аҫтында”.

“Йәннәт, – тигән Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм, – әсәләрҙең аяҡ аҫтында”.

“Аллаһы Тәғәлә, – тигән ул, – бәндәләргә төрлө гонаһтары өсөн бирергә тейешле язаларын үҙ теләге менән Ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡалдырып тора, ата-әсәгә баш бирмәү кеүек гонаһты ғына ярлыҡамай, язаһын был донъяла уҡ бирә”. Сөнки ата-әсәне рәнйеткән кеше үҙен Аллаһҡа тиңдәш итеп тотоуға бәрәбәр.

Ислам ҡаршыһында ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһе бигерәк тә оло. Ул – тәрбиәсе. Баланың, буй еткән кешенең, кешелектең күркәм холҡон ҡойоп ҡуйыусы зат.

Шуға ла мосолман уның үҙен дә күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлап тота, түбәнлеккә төшөүҙәрҙән, аҙғынлыҡҡа бирелеүҙәрҙән, беҙ-
ҙең замандағы кеүек эсеү-тартыуҙарҙан ҡурсалап ҡына тора.

Бәйғәмбәребеҙ: “Үҙегеҙ динле булығыҙ, шул саҡта ҡатындарығыҙ ҙа динле булыр; ата-әсәгеҙгә ҡарата илтифатлы, түбәнселекле булығыҙ, үҫеп еткәс, үҙегеҙҙең балаларығыҙ һеҙгә ҡарата түбәнселекле булыр”, – тигән.

0
19


0
Оставить комментарий