Об издании

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

фото о газете.JPG«Етегән» гәзитенең беренсе һаны 2016 йылдың июль айында донъя күрҙе. Ул – ете районға тәғәйенләнгән башҡорт телендәге баҫма. Беҙҙең уҡыусылар Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Йәрмәкәй, Шаран, Туймазы райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Гәзит айына бер тапҡыр һигеҙ битле булып сыға.
Баҫма биттәрендә ете райондағы тормош, ғөрөф-ғәҙәттәр, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар донъя күрә. Яңы баҫма төрлө йәштәге гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн ҡыҙыҡлы, фәһәмле булыр. Ә күрше райондарҙың яңылыҡтарын белеп, үҙеңдең ҡаҙаныштарың менән унда йәшәгән милләттәштәрҙе таныштырыу – мауыҡтырғыс булыр, тип ышанабыҙ.
Яңы технологиялар, интернет заманы етһә лә, шулай ҙа гәзитһеҙ донъябыҙҙы күҙ алдына килтереүе ауыр. Эйе, йәштәр бөгөн аҙ уҡый тиҙәр. Әммә, оло быуын бар, балаларҙың береһе булмаһа, икенсеһе мотлаҡ гәзит, журнал уҡый, алдыра, яҙыша.
Хәл итеүҙе көтөп ятҡан донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, гәзит-журналдар уҡыйыҡ. Яҙышайыҡ, алдырайыҡ, таратайыҡ, үҫтерәйек милли матбуғатты, дуҫтар!
Ойоштороусыбыҙ:
БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы.

Гәзиттең форматы - А3.

Рубрикалар:
1. Мәҙәниәт
2. Беҙҙекеләр булдыра!
3. Мәғариф
4. Нисек йәшәйһең, ауыл?

Подписка

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар!

Гәзиттең хаҡы:
- 6 айға – 202 һум 44 тин.
- 1 айға – 33 һум 74 тин.
- Йыллыҡ подписка — 359 һум 93 тин.
Хәҙер һеҙ «Етегән»дең электрон версияһына (PDF форматында) яҙылыу мөмкинлегенә эйә.
Хаҡтары түбәндәгесә: 1 айга -28 сум
6 айға - 165 һум.

Йыллыҡ подписка — 281 һум.
Альтернатив хаҡ:
- 6 айға – 150 һум (редакцияға килеп алған осраҡта)

- Йыллыҡ подписка — 255 һум.
Гәзиткә редакцияла, почта бүлексәрендә яҙылырға мѳмкин.


Белешмәләр өсөн телефондар:

8(347) 5-12-93, 5-25-73. (Туймазы ҡалаһы),