Һинең улдарың, Октябрьский, һалдаттарҙы, балаларҙы ҡотҡарған

Для души

22.06.2018 11:24:0011:06

Наш корреспондент

Байтаҡ йылдар уҙғас, теге йәки был сараны иҫкә алып, беҙ яҙмыш осраштырған кешеләрҙең, ваҡиғаларҙың ысын ҡәҙерен аңлай башлайбыҙ.

Байтаҡ йылдар уҙғас, теге йәки был сараны иҫкә алып, беҙ яҙмыш осраштырған кешеләрҙең, ваҡиғаларҙың ысын ҡәҙерен аңлай башлайбыҙ. Һуғыштан һуң ҡалаға демобилизацияланған фронтовиктар ағыла башлай, улар араһында – ялан госпиталдәрендә хеҙмәт иткән медицина хеҙмәткәрҙәре лә була.

Шулай итеп, ҡала дауахана-һында йәш ҡаланы республика Сәләмәтлек министрлығы системаһында алдынғылар иҫәбе-нә сығарған коллектив туплана (шул иҫәптән хирургия хеҙмәте).

Дауахана башта Мынса күле (хәҙер Комсомол урамы) буйындағы кес кенә баракта урынлаша, һуңынан нефть-газ сығарыу идаралығы медсанчасы һәм ҡала дауаханаһы төҙөлә, һуңыраҡ уларҙы берләштерәләр. Беҙҙең табиптарға ауырыуҙар Октябрьскийҙан ғына түгел, Шаран, Баҡалы һәм башҡа яҡын-тирә торлаҡ үҙәктәренән дә мөрәжәғәт итә, ә йөрөй алмағандары янына хирургтар үҙҙәре район үҙәгенә бара.

Септик ангина осраҡтары арта (айырыуса 1946 йылда – аслыҡтан интегәләр, ауыл ерендә баҫыуға ҡар аҫтынан сыҡҡан күгәргән башаҡ йыйырға сығалар), күптәр эсәктәр үткәрмәүсәнлектән, һуҡыр эсәк ялҡынһыныуҙан яфалана. Көсәйтелгән терапия булмай, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү хирургтар өҫтөндә була. Төндә эшләү арыта.

Күп нимә шәфҡәт туташтарынан тора, улар араһында тәжрибәле, тәүәккәл, фронт госпиталдәрендә хеҙмәт иткәндәре лә була, мәҫәлән, һуғыштың башынан аҙағынаса яралылар менән эшләгән Малашевская.

Был йылдарҙа бүлексәлә төрлө ваҡиғалар була, ветерандар бер осраҡты яҡшы хәтерләй. Медсанчасҡа бер айлыҡ бәпесе менән йәш әсә килә, сабый ашай алмай, имгән һөттө кире сығара. Уның менән бергә өләсәһе килә, ә малайҙың атаһы армияла хеҙмәт итә. Өйөнән насар хәбәр алған һалдат командирына мөрәжәғәт итә. Уныһы шунда уҡ Октябрьский военкомына шылтырата, ярҙам итеүен үтенә. Бер кем дә диагноз ҡуя алмай, сабыйҙың әсәһе Кривошеевтан балаға операция яһауын һорай. Ул баш тарта, әсә ялбарып, теҙләнергә лә әҙер була. Андрей Семёнович үҙе лә ялбарып тигәндәй ҡатынды ышандырырға тырыша: “Аңлайһығыҙмы, эшләй алмайым, бына уның һәм минең ҡулдарға ҡарағыҙ (үҙенең көрәктәй устарын күрһәтә). Мин шундай кескәй балаға операция яһай алмайым!” Бала илай ҙа алмай хатта, тоноҡ ҡына ауаз сығара. Кривошеев ошо бәхетһеҙ йән эйәһенә, илап торған ҡатындарға ҡарай һәм ниһайәт: “Операцияға әҙерләгеҙ!” – ти. Бүлексәлә шомло тынлыҡ урынлаша. Барыһы ла нимә булғанын белә һәм һөҙөмтәһен көтә. Ваҡыт оҙаҡ үткән кеүек тойола, әммә эште тиҙ тоталар. Оҙаҡламай коридор буйлап барыһының да һорауҙарына яуап бирә-бирә шәфҡәт туташы йүгерә: “Иҫән, иҫән!” Эш бына нисек була: хирург боғаҙындағы тиреһен киҫеп ебәреү менән үңәсе ашҡаҙанына тоташҡан урында йоҡа элпә менән ҡапланыуын күреп ала. Тулыһынса тиерлек. Кес кенә тишек аша бер нисә тамсы һөт һарҡып керә, юғиһә бала бер ай ҙа йәшәй алмаҫ ине. Кривошеев шунда уҡ элпәне йырып ебәрә, баланың үңәсе турая. Тирене тегеп ҡуяһы ғына ҡала, хатта анестезия ла талап ителмәй. Барыһы ла таң ҡала, бигерәк тә Андрей Семенович үҙе. Оҙаҡламай әсә баланы имеҙә башлай, ул бер туҡтамай имә. Бер аҙға ғына йоҡлап китә лә, күҙен асыу менән йәнә имсәккә ҡаплана, ашарға таптыра. Барыһы ла шатланып көлә: һай, бахыр, бер ай асҡа интеккән икән. Уны ҡотҡарып ҡалыу ҙур бәхет була. Кривошеев сменаһын тапшырып, ҡайтып китә, күп тә үтмәй шылтыратып һораша: “Йә, нисек, имәме?” – Эйе, барыһы ла яҡшы. – Бына бит, ә!” Бер аҙҙан һуң тағын шылтыратып һораша һәм тағы ла ғәжәпләнеүен йәшерә алмай. Унан тағы, тағы. Төн урталарында Кривошеев ниһайәт тыныслап йоҡоға тала. Бәпес операциянан һуң бик тиҙ һауыға, уларҙы өйҙәренә оҙаталар.

Хәрби быуын табиптары – улар барыһы ла тырыш, фиҙакәр. Физик һәм рухи яуаплылыҡ ҙур булыу сәбәпле, барыһы ла иртә киткән. Улар кеүек кешеләр тураһында: “Башҡаларға юл яҡтыртып, үҙҙәре һүнә”, – тиҙәр.

0
62


0
Оставить комментарий