Штурман, нефтсе, ҡаһарман

мәкәләләр

22.06.2018 11:23:0011:06

Наш корреспондент

Дмитрий Михайловты республикабыҙҙың тере легендаһы тип әйтергә була. 1938 йылда Туймазы сығанағында нефть быраулауға керешкәндә, ул 1-се быраулау контораһында эшләй башлай.

Дмитрий Михайловты республикабыҙҙың тере легендаһы тип әйтергә була. 1938 йылда Туймазы сығанағында нефть быраулауға керешкәндә, ул 1-се быраулау контораһында эшләй башлай.

Михайловтар нәҫеле сығышы менән Туймазы һәм Шаран райондарынан, ә хеҙмәт данын ул Октябрьскийҙа яулай. Армия, һуғыш уның биографияһында ҙур урын биләй һәм саҡ уны нефть тармағынан алып китмәй. Мәскәү һәм Ленинград янында алышҡан артиллерист авиация штурмандары училищеһына ебә-релә. Уны тамамлағандан һуң юғары тиҙлекле һөжүм бомбардировщиктарында оса. Авиацияла һуғышып, Михайлов тыныс тормошта ла шунда ҡалырға ҡарар итә, әммә хәл-сәбәптәр арҡаһында тыуған яғына ҡайтырға тура килә. Фронтовик тағын да быраулау идаралығына килә. Бында ла алыш бара – ҙур нефть өсөн. Илебеҙ ҡан ҡойошло һәм емергес һуғыштан һуң саҡ күтәрелеп килә. Ҡала һәм ауылдарға, завод һәм комбинаттарға яғыулыҡ, бензин кәрәк була, тимәк, нефть һәм газ.

Михайлов оҙаҡламай скважиналар быраулау буйынса рекордтар ҡуйып, бөтә илгә даны таралған бригаданы етәкләй. Өс йыл дауамында, 60-сы йылдар башында, коллектив бер йыллыҡ быраулау күләмен 25 меңдән 40 мең метр тау тоҡомона әүерелдерә. Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме, башҡа бихисап күп бүләктәр, СССР етәксеһенең шәхсән ҡотлауы – былар барыһы ла ирешелгән уңыш-ҡаҙаныштар өсөн, һәм йәнә эш, эш, эш...

– Бырауланған яңы сығанаҡ нимә ул? – тип фекер йөрөтә Дмитрий Иванович. – Юлһыҙ, йәшәү урынһыҙ һәм сәнәғәт базалары, йүнле көнкүреш шарттары булмаған биләмә. Шулар барыһы ла ул йылдарҙағы етешһеҙ яҡтары күп булған быраулау техникаһы, автотрактор паркы һәм квалификациялы эшсәндәр ҡытлығы менән ҡатмарлана. Миңә “Туймазанефть” тресы быраулау контораһында 1938 йылдан башлап эшләргә тура килде, ә 1940 йылдан – туранан-тура ул йылдарҙа танылған быраулау мастерҙары Бикбов, Голяков, Ғафаров, Салов етәкселек иткән быраулау бригадаларында эшләнем.

Октябрьскийҙан Михайловты Яңауылға күсерәләр, унда 5-се быраулау контораһы ойошторола, был юлы директор сифатында. 1976 йылда Дмитрий Иванович Өфө быраулау эштәре идаралығы директоры урынбаҫары була.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Михайлов элеккесә быраулаусылар эштәре менән шөғөлләнә. Ветерандар советы исеменән ул ветерандарға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләй. Быраулау эштәре идаралығы тарихына һәм кешеләренә арналған йыйынтыҡтар әҙерләүсе редакция советына инә. ХХ быуат – күренекле техника ҡаҙаныштары, рухи еңеүҙәр осоро беҙҙән алыҫлашҡан һайын, бөгөнгө көндө аңлау өсөн уға күҙ һалыу тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Үткәндәрҙе ысынбарлыҡ менәнтоташтырыусы-бәйләүсе кеше-ләр булыу оло бәхет. “Йылдар һәм кешеләр” китабынан һуң Столяровҡа, Кувыкинға арнал-ған йыйынтыҡтар донъя күрә. Иң яҡшы йылдарын ҡыҙғанмайынса Туймазы сығанағында эшләү һәм фронтҡа биргән һәр кеше алдында бурысыбыҙ ҙур беҙҙең.

0
70


0
Оставить комментарий