Шәйехзада Бабич ролен башҡарыусы Илгиз Таһиров: «Геройым кеүек берҙәмләшеүгә саҡырам»

19.03.2018 00:58:0000:03

«Һайлауҙар кеүек ил тарихындағы мөһим мәлдәр халыҡты туплай. Геройым кеүек берҙәмләшеүгә, әүҙем гражданлыҡ ҡарашҡа саҡырам. Һәр тауыш мөһим, һуңынан теләгегеҙҙе белдермәү тойғоһо булмаһын», — тине шағир һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Бабич ролен башҡарыусы Илгиз Таһиров.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры репетициялар араһындағы тәнәфестә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы бинаһында тауыш бирҙе. Был көндәрҙә театрҙа «Бик ябай тарих» спектакле өҫтөндә эш ҡайнай. Премьера 8 апрелдә була.

0
147


0
Оставить комментарий